Модуль 100 һүҙ

План работы по модулю 100 һүҙ.pdf



    






Туған тел  аралашыу, тирә- яҡтағы ысынбарлыҡты танып белеү сараһы булараҡ бик  кәрәк. Беҙҙең  "Акбузат" төркөмөнең  бурысы - туған телгә һөйөү, уны өйрәнеү, киләһе быуын өсөн туған телдәрҙе һаҡлау. Беҙҙең  төркөм ,,Аҡбуҙат" проекты буйынса эшен дауам итә.
Декабрь айында балалар менән ,,100 һүҙ" модулен үҙләштерҙек.
Был модулдә беҙ башҡорт телендә йыш ҡулланылған йөҙ һүҙҙе ҡараныҡ, иҫтә ҡалдырырға тырыштыҡ һәм телмәрҙә көн дә ҡулландыҡ. Балалар менэн төрлө хәрәкәтле -йырлы уйындар, мәҫәлән, "Аҡ тирәк- күк тирәк",  ,,Тирмә", "Йәшерәм, йәшерәм яулығымды" тигэн уйындарын уйнаныҡ. Һынашмаҡтар, тиҙәйткестәр, ятлау, театраль уйындар, әкиәт геройҙарын сәхнәләштереү ишетеү һәләтен  үҫтерә, һүҙҙәрҙе иҫтә ҡалдырырға ярҙам итә.
Башҡорт телендә сыҡҡан буяу дәфтәрҙәренә буяйбыҙ, һүрәттәр буйынса һөйләү телмәрен үҫтерәбеҙ.Шулай уҡ "Аҡбуҙат" журналын даими ҡарап, әкиәттәр уҡып барабыҙ.
Башҡорт халҡының милли кейемдәре һәм мәҙәни ғөрөф-- ғәҙәттәре  тураһында һөйләү баланы тәрбиәләүҙә ҙур роль уйнай .
Уҙғарылған саралар балаларҙың мәҙәни үҙенсәлеген һәм тел үҫешен формалаштырыу өсөн традицион башҡорт тәжрибәһен һәм заманса педагогик алымдарҙы берләштереүҙең уңышлы булыуын күрһәтте.