Модуль "Атайсал"

Перспективный план работы по модулю Атайсал.rtf


   


Май айында беҙҙең ,, Аҡбуҙат " төркөмөндә ,,Аҡбуҙат " проекты буйынса ,, Атайсал" модулен үҙләштерҙек.  Балаларҙы Башҡортостандың тарихы, мәҙәниәте, халҡы, көн- күреше,нәҫел шәжәрәһе, тәбиғәте һәм халыҡ ижады менән таныштырҙыҡ. Тыуған илгә һөйөү, күренекле шәхестәре менән таныштырыу, ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләнек.
Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙа Ватанға ҡыҙыҡһыныу, тыуа, илһөйәрлек тойғоһо формалаша башлай. Шуға күрә ата - әсәләр һәм тәрбиәселәр балаларға маҡсатлы рәүештә тәьҫир итергә, уларҙы тыуған еренең мәҙәниәте һәм тарихы менән таныштырырға, халыҡ йолаларын өйрәнергә , ҡыҙыҡһыныу уятырға, тыуған ил тәбиғәтенә һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләргә тейеш.Балаларҙы тыуған яҡ менән таныштырғанда баланың тыуған иле, тарихы, йолалары, күренекле урындары, күренекле шәхестәре , төп халыҡтың ғөрөф - ғәҙәттәре, көн күреше менән таныштырыу әһәмиәтле. 
Балалар өсөн милли- төбәк компоненты уҡытыу--тәрбиә эшендә мөһим роль уйнай. Кескәйҙәрҙе республикабыҙҙың тәбиғәте, тарихы, халыҡ ижады менән таныштырҙыҡ. Был балаларҙың милли үҙаңын уятырға, башҡа милләттәргә ҡарата ихтирам тойғоһо тәрбиәләү гә булышлыҡ итә
,, Атайсал" модулен йомғаҡлап, беҙ төркөмдә ,, Шәжәрә " байрамы үткәрҙек.
Нәҫел шәжәрәһен өйрәнеү
 беҙгә, йәш быуынға халҡыбыҙҙың үткән юлын, сал тарихын һөйләй. Шәжәрәңде, нәҫел ағасыңды белеү, эҙләү-- барыбыҙҙың да төп бурыс.

# ОбразовательныйПроектАкбузат